Радий Хәбиров халыҡты йылға-күлдәрҙә айырыуса һаҡ булырға саҡырҙы

Сөнки быйыл ғына республика һыу ятҡылыҡтарында 17 кеше, шул иҫәптән Баймаҡ, Дыуан, Дүртөйлө һәм Шишмә райондарында 4 бала батып үлгән. Бөтә фажиғәләр ҙә хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен боҙоу һөҙөмтәһендә теркәлгән. Ғәҙәттән тыш хәлдәрҙе иҫкәртеү маҡсатында республиканың һыу буйҙарында хәүефһеҙ ял итеү урындары арта бара, быйыл уларҙың һаны 392-гә еткән. Шул иҫәптән махсус йыһазландырылған 197 пляж асылған. Уларҙың күбеһе Мәләүез һәм Нуриман райондарында урынлашҡан. Ял иткәндә ошо һыу инеү урындарын һайлағыҙ, ғүмерегеҙҙе ҡурҡыныс аҫтына ҡуймағыҙ, үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы һаҡлағыҙ. Балаларға иғтибарлы булығыҙ, тип яҙған Башҡортостан башлығы.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, закон буйынса ата-әсәләрҙең балаларына ҡарата хоҡуҡтары ғына түгел, бурыстары ла бар. Дәүләт уларҙың үтәлешен күҙәтә һәм бәлиғ булмағандарҙың мәнфәғәттәрен яҡлай. Кире осраҡта ата-әсәгә 5 мең һум күләмендә штраф ҡаралған. Һыу инеү миҙгеле асылғандан алып Өфөнөң граждандарҙы һаҡлау идаралығы ял итеүселәргә иҫкәрмәләр тарата. «Ҡашҡаҙан» паркында ҡотҡарыусылар даими дежурҙа тора.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ