Өфөләге ателье экспорт буйынса дәүләт ярҙамы сараларын файҙаланып, Халыҡ-ара баҙарға сыҡҡан. Еңел сәнәғәт буйынса экспортерҙар программаһы буйынса уҡыуҙар үтеү, күргәҙмәләрҙә ҡатнашыу, халыҡ художество кәсептәре продукцияһына «Рәсәйҙә эшләнгән» сертификаты алыу башҡа төбәктәрҙә һәм сит илдәрҙә танылыу мөмкинлеген арттырған. 58 йыллыҡ тарихы булған предприятие хаҡында киләһе сюжетта.
Был башҡорт ерҙәре.. Балаҫ «Йәйләү» тип атала...
Һарыҡ йөнөнән туҡылған балаҫта Башҡортостан тәбиғәте-йылға, тауҙары сағылыш тапҡан. Баш ҡалалағы ательела рәссам Илүсә Ғималетдинова етәкселегендә башҡорт фольклорына таянып интерьер тауарҙар етештерелә. Орнаментлы эштәр Халыҡ-ара кимәлдә лә юғары баһа алған.
Ателье 1967 йылда ойошторолоп, тәүге осорҙа тәбиғи тире һәм күндән изделиелар тегеүгә генә махсуслашҡан. Эшмәкәрлек барышында оҫталар даими уҡыуҙар үтеп, яңы алымдар үҙләштергән. Бөгөн бында төрлө материалдарҙан, шул иҫәптән кейеҙҙән эшләнгән өҫ кейемдәре, сумкалар күрергә мөмкин. Белгестәрҙең белемен камиллаштырыу, продукцияны халыҡ-ара кимәлдә танытыу маҡсатында күп төрлө саралар күрелә. Рәсәй экспорт үҙәге менән Башҡортостандың экспортҡа булышлыҡ итеү үҙәгенән дә ярҙам алынған.
Белгестәр этник стилдәге кейемдәргә ихтыяж айырыуса юғары булыуын билдәләй. Ателье тауарҙары Халыҡ-ара маркетплейстарға ла ҡуйылған. «Рәсәйҙә эшләнгән» сертификатын алыу ҙа һуңғы йылдарҙағы ҡаҙаныштарҙың береһе. Продукция сифатына ҡарата ышанысты арттыра.
Республикала етештерелгән баш, өҫ һәм аяҡ кейемдәре, интерьер өсөн тауарҙар билдәле стилистар тарафынан да юғары баһа алған. Кәсепселек, еңел сәнәғәт, креатив индустриялар буйынса күргәҙмәләрҙә даими ҡатнашыу үҫеш даирәһен киңәйткән генә. Әленән үк оҫтахана хеҙмәткәрҙәре ҡыш миҙгеленә әҙерлек башлаған, тун һәм дубленкалар тегелә.
Гөлназ Хәйбуллина



