Мәскәүҙә Рәсәй халыҡтары ижадына арналған әҙәби марафон башланды

Уның тәүге көнө Башҡортостанға, бөйөк рус яҙыусыһы Александр Пушкиндың башҡорттар тураһындағы хәтирәләренә арналды. Сара Пушкин исемендәге китапханала ойошторолдо. Был учреждение иң боронғоларҙан һанала, уның быуаттан ашыу тарихы бар. Осрашыу Башҡортостандың Рәсәй Президенты ҡарамағындағы тулы хоҡуҡлы вәкиллеге һәм Әлфиә Агеева етәкләгән «Сәсән» әҙәби берекмәһе тарафынан ойошторолған. Сара сиктәрендә түңәрәк өҫтәл артында һөйләшеү үтте, әҙәби-музыкаль композиция күрһәтелде. Ҡатнашыусылар Башҡортостан әҙиптәренең ижады, рус классигы Александр Пушкиндың башҡорттар тураһындағы яҙмалары тураһында һөйләште

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ