Был турала Рәсәй Хөкүмәте рәйесе Михаил Мишустин белдерҙе. Ул ҡул ҡуйған документҡа ярашлы, илдең дүрт субъектына өҫтәмә рәүештә 31 миллиард ярым һумдан ашыу аҡса бүлеү ҡарала. Башҡортостан ошо сумманың 2 миллиард һумын быйыл, 1 миллиард 600 миллион һумын киләһе йыл аласаҡ. Был финанстар Өфөлә, Түбәнге Новгородта, Силәбелә, Көньяҡ-Сахалинда кампустар төҙөлөшөн тамамларға һәм уларҙы ваҡытында файҙаланыуға тапшырырға ярҙам итәсәк,-тип билдәләне Михаил Мишустин вице-премьерҙар менән кәңәшмәлә.
Евразия ғилми-мәғариф үҙәгенең Вуз-ара студенттар кампусы-«Йәштәр һәм балалар» милли проекты буйынса төҙөлә. 100 мең квадрат метрҙан ашыу майҙанлы күп функциялы киңлек-4300 урынлыҡ ятаҡ, уҡыу-ғилми комплексы, лабораторияларҙы, коворкингтарҙы һәм спорт ҡоролмаларын үҙ эсенә ала. Кампустың ете башняһын дөйөм стилобат тоташтыра. Өфөләге кампус үҙенең тәүге студенттарын киләһе йыл башында ҡабул итер тип көтөлә.



