Етди әҙерлек. Башҡортостан 3-сө Бөтә Рәсәй Фольклоридаһын ҡабул итә. 24 июндән 26 июнгә тиклем дауам итәсәк мәҙәни байрамда меңдән ашыу һәләтле бала һәм йөҙәрләгән ижади коллектив ҡатнашыуы көтөлә. Фольклориаданың төп саралары баш ҡаланың Совет майҙанында ойошторола. Алыҫ төбәктәрҙән килгән малай-ҡыҙҙар менән беҙҙең ижади төркөм аралашты. Тулыраҡ мәғлүмәт БЮТ хәбәрсеһе Флорида Миһранова яҙмаһында.
Фольклориада көтә. Мостай Кәрим исемендәге Өфө халыҡ-ара аэропортта ҙур байрамда ҡатнашыусы балалар ҡаршы алынды. Башҡортостан ҡабул итәсәк өсөнсө Бөтә Рәсәй балалар фольклориадаһында илдең 80 төбәгенән меңдән ашыу бала ҡатнаша.
Өфө тимер юл станцияһында ла йәш таланттарҙы ҡунаҡсыл йола менән сәләмләнеләр. Төрлө милләт вәкилдәре Башҡортостанға иң сағыу ижади сығыштар алып килгән.
Фольклориадала меңәрләгән һәләтле бала күп милләтле илебеҙҙең мәҙәниәтен, йолаларын, тарихын күрһәтеү өсөн йыйыла. Башҡортостан бер нисә көнгә илдең мәҙәни баш ҡалаһына әйләнәсәк. Совет майҙанында балаларҙың ижади коллективтарынан тыш Ай Йола төркөмө, Зәйнетдин этно проекттары сығышы күҙаллана.
Башҡортостанда Бөтә Рәсәй балалар фольклориадаһы 24 июндә старт алып, 26-на тиклем дауам итә. Быға тиклем йәш таланттарҙы берләштергән сара Сыуашстан һәм Татарстан республикаларында уҙғарылған. Фольклориада саралары Өфөнөң Совет майҙаны, мәҙәниәт һәм ял парктарында ойошторола. Халыҡ ижады өлгөләренә бағышланған концерт программаһынан тыш күргәҙмәләр ҙә ойошторола. 24 июндә Милли музейҙа халыҡ-ара байрамдың мираҫына арналған экспозиция асыла.
Ф.Миһранова



