Өфөнөң бер нисә урамында транспорт хәрәкәте сикләнде

Бөтә Рәсәй балалар фольклориадаһын үткәреү менән бәйле, Өфөнөң бер нисә урамында транспорт хәрәкәте сикләнде.

27 июнгә тиклем Пушкин урамының Ленин һәм Цюрупа, Совет урамының Зәки Вәлиди һәм Пушкин урамдары араһындағы участкалар ябылды. Иртәгә шулай уҡ Театр урамы бикләнә, таңғы сәғәт 5-тән киске 7-гә тиклем Ленин, Октябрь революцияһы һәм Киров урамдарында сикләүҙәр индерелә. 25 июндә Дим паркы һәм Затондағы «Тулҡындар» янындағы парковкалар ябыла. Транспорт өсөн сикләүҙәр картаһы менән баш ҡала хакимиәте сайтында ентекле танышырға мөмкин. Ойоштороусылар ҡала халҡын маршруттарын алдан планлаштырырға саҡыра.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ