Әбйәлил районында Дан аллеяһы асылды

Асҡар ауылында урынлашҡан паркта төрлө замандарҙа Ватан һағына баҫҡан ир-егеттәребеҙгә һәйкәлдәр ҡуйылған. Майҙанда өс быуын һалдаты композицияһын да, афған, чечен һуғышы яугирҙарына һәйкәлде лә, төрлө ғәскәрҙәргә арналған монументтарҙы ла, хәрби техниканы ла күрергә мөмкин. Күптән түгел бында Берлиндың Трептов паркындағы Совет һалдатына һәйкәлдең күсермәһе лә ҡуйылған. Дан аллеяһын асыу тантанаһынан БЮТ хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова репортажы.

Назар Нәжмиҙең барыбыҙға ла таныш «Совет һалдаты» шиғыры был юлы Әбйәлил һәйкәленә арнап яңғырай. Бер ҡулы менән күкрәгенә бала ҡыҫҡан һәм ҡылысын төшөргән яугир ҡаһарманлыҡ, тыныслыҡ символы һымаҡ. Һәйкәл янынан битараф ҡына үтеү мөмкин түгел. Уның төп асылы бөгөн дә көнүҙәк. Һуғыш михнәтен татығандар, хәрби бәрелештәрҙә ҡатнашҡандар имен тормоштоң ҡәҙерен, юғалтыуҙар хаҡын яҡшы аңлай.

Дан аллеяһы асыҡ һауа аҫтындағы музей һымаҡ, ул төрлө быуын яугирҙарының ҡаһарманлығын сағылдыра. Ҡатнашыусылар әйтеүенсә, был парк киләсәк быуын өсөн кәрәк. Улар данлы тарихыбыҙҙы онотмаҫҡа, ҡаһарман ата-бабаларыбыҙ рухында тәрбиәләнергә тейеш.

Әбйәлил районы үҙенең батыр яугирҙары менән хаҡлы рәүештә ғорурлана, Советтар Союзы Геройы Таһир Кусимов, Ғәбдрәүеф Дәүләтов, Григорий Васев ошо бәрәкәтле ерлектә тыуып үҫкән. Уларҙың ҡаһарманлығын вариҫтары Рәсәй Геройы Тамерлан Илһамов һәм башҡа батыр ир-егеттәребеҙ дауам итә. Аллея иһә ил именлеге өсөн ғүмерҙәрен аямаған яугирҙарыбыҙға дан һәм хәтер символы.

Әбйәлил районы хакимиәте башлығы Айрат Әминев белдереүенсә, Дан аллеяһы ябай парк ҡына түгел, ул быуындар бәйләнешен һаҡлаусы, Ватан һаҡсыларына оло хөрмәтебеҙҙе сағылдырыусы изге майҙан. Был парк ҡаһарманлыҡ, батырлыҡ, илһөйрәлек рухы менән һуғарылған. Һәм был ҡиммәттәр һәр быуын өсөн дә мәңгелек.

Р.Кәримова

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ