Программаны Рәсәйҙең мәғариф министрлығы раҫланы. Көнсығыш телен һайлау буйынса уҡытыу 5 кластан башлана. Республикала был тәңгәлдә көслө база тупланған. Шул уҡ ваҡытта Өфө Рәсәйҙә исламдың тарихи һәм рухи үҙәге булып һанала, ул ғәрәп мәҙәниәте менән тығыҙ бәйләнгән.
Республика мәктәптәре ғәрәп телен тейешле кадрҙар һәм ата-әсәләрҙең һорауы буйынса индерә ала. Бындай тәжрибә булған да инде. Мәҫәлән, 2-се республика полилингваль гимназияһында ул факультатив дәрес булараҡ уҡытылған.



