Уҙған быуаттың 90-сы йылдарында археологик ҡомартҡы барлығы билдәле булһа ла, ғилми ҡаҙыныу эштәре тик быйыл башланды. Урында төрлө кейек һөйәктәре, көршәк әйберҙәр табылған. БЮТ хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин дауам итә.
Мортаза Кәйекбирҙин Өфө фән һәм технологиялар университетының тарих һәм дәүләт идаралығы институты студенты. Тәүге тапҡыр ул археологик ҡаҙыныу эштәрендә ҡатнаша. Был өлкәне егет осраҡлы һайламаған.
Археологик ҡаҙыныу эштәренә башлыса тарих йүнәлешендә белем алған студенттар йәлеп ителгән. Улар өсөн әле йәйге практиканың ҡыҙыу осоро. Шулай уҡ бында Өфөнөң үҙ археология класы булған мәктәп уҡыусылары ла йыш була.
Ябай кеше өсөн ҡиммәт түгел һымаҡ күренгән әйберҙәр археолог өсөн алтынға бәрәбәр. Сөнки өнһөҙ ҡомартҡылар ярҙамында ғалимдар быға тиклем асыҡ һорауҙарға яуап таба.
Әйтәйек, ошо һауыт-һаба өлөштәренең орнаментлы булыуы һоҡландыра. Ныҡ булһын өсөн боронғо дәүер кешеләре балсыҡҡа ҡушып ҡабырсыҡтар өҫтәп әүәләгән. Күҙаллауҙар буйынса, бында йәшәгән халыҡ ҡара абыҙ мәҙәниәтенә ҡараған.
Миҙгел тамамланғас та табылған әйберҙәргә ентекле анализ биреләсәк. Фәнни эште башҡорт ғалимдары, төбәк белгестәре менән бергә алып барыр тип көтөлә.
Азат Ғәлиуллин



