Хәбәр итеүебеҙсә, 2025 йылда Башҡортостан башлығы 8 июнде Урал батыр эпосы көнө тип иғлан итеү тураһындағы указға ҡул ҡуйҙы. Был үҙ сиратында халҡыбыҙҙың рухи мираҫына иғтибар артыуға килтерҙе. Эпосты яттан һөйләүсе балалар конкурсы быйыл тәүге тапҡыр Өфөлә, Китап-байрам ваҡтында ойошторолдо.
Еңеүселәрҙе республика, министрлыҡ-ведомство етәкселәре тәбрикләне. Быйыл июнь башында «Шүлгәнташ» музей комплексында Мөхәмәтша Буранғолов исемендәге Урал батыр класы асылды. Киләсәктә бындай кабинеттарҙы Башҡортостандың башҡа төбәктәрендә лә асыу планлаштырыла. Урал батыр рухын һаҡлаған Бөрйән районы иһә махсус кластар асыуға оло яуаплыллыҡ менән ҡарай. Иҫке Собханғол уҡыусылары ла тантанаға эпос буйынса театрлаштырылған тамаша әҙерләгән, өҙөктәр ятлаған.



