«Башҡорт-белорус оҙон ғүмерлелеге» программаһы буйынса пенсионерҙар Минскиға юлланды

«Башҡорт-белорус оҙон ғүмерлелеге»республика программаһы буйынса ҡырҡтан ашыу пенсионер баш ҡаланан Минскиға осто. Белоруссияға тура рейс Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров ярҙамында тергеҙелгәйне. «Өфө» халыҡ-ара аэропортында «Белавиа» авиакомпанияһынең тәүге бортын тантаналы рәүештә ҡаршы алдылар. Йола буйынса лайнер һыу аҫтынан үтте, ә пассажирҙар башҡорт ҡунаҡсыллығын тоя алды. Туризм өлкәһендәге социаль проектҡа килгәндә, өлкән быуын вәкилдәрендә ул ҙур ихтыяж менән файҙалана. Экскурсия программаһына ярашлы, улар Белорус республикаһының тәбиғәт ҡомартҡылары, сәнәғәт объекттары менән таныша.

Белоруссия Башҡортостан өсөн төп стратегик партнер һанала, был турала республика башлығы Радий Хәбиров та күп тапҡырҙар билдәләп үтте. Сәнәғәт кооперацияһы, ауыл хужалығы, инвестиция проекттары, гуманитар өлкә һәм туризм-һәр йүнәлеш буйынса хеҙмәттәшлек юлдары билдәләнгән. Ошо уҡ рейс менән Минскиға төбәктең бизнес-делегацияһы ла юлланды, яңы килешеүҙәр төҙөләсәк.

Белоруссия һәм Рәсәй араһында махсус инвестиция режимын индереү буйынса һөйләшеүҙәрҙең һуңғы этабы көтөлә, пилот проект Башҡортостанда старт алыр тип көтәбеҙ. Белорус тауарҙарының экспортын йылдан-йыл арттырабыҙ, республикала ҙур күмәртә-бүлеү үҙәге асыу планлаштырҙыҡ, шул уҡ ваҡытта күп предприятиелар Минск ирекле иҡтисади зонаһында теркәү үтә башланы.

Рөстәм Моратов, Башҡортостан хөкүмәте премьер-министрының беренсе урынбаҫары-иҡтисади үҫеш һәм инвестициялар министры
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ