Махсус хәрби операция яугирҙары студенттар менән телекүпер үткәрҙе

«Үҙәк» ғәскәрҙәр төркөмөнөң 27-се гвардия мотоуҡсылар дивизияһы яугирҙары юғары һәм урта һөнәри белем биреү йорттары менән телекүпер ойошторҙо. Башлыса Ырымбур өлкәһенең мәғариф учреждениелары араһында ойошторолған сарала төп герой беҙҙең яҡташыбыҙ. Инил Солтанов Стәрлетамаҡ төҙөлөш һәм һөнәри технологиялар колледжы студенты. Өсөнсө курстан ул академик ял алып Оборона министрлығы менән контракт төҙөгән. Әле ул махсус хәрби операцияла һөжүм дрондары операторы булып хеҙмәт итә

Был ҡарар ашығыс булманы. Оҙаҡ уйландым. Нисек атай-әсәйемә әйтермен тип борсолдом. Улар мине хупланы. Әле көн дә яҙып торалар. Һин беҙҙең геройыбыҙ тиҙәр.

Инел Солтанов

Телекүпер барышында яугирҙар студенттарға дрон төрҙәре һәм улар менән идара итеү оҫталығын да күрһәтте. Рәсәй Геройы, Ырымбур егете Тельман Уралбаев әйтеүенсә, бындай тәжрибә махсус хәрби операцияһы ғына түгел, тыныс тормошта ла кәрпәк булыасаҡ.

Пилотһыҙ аппараттар яуҙа хәрби көстәрҙе алмаштыра. Беҙҙең төп маҡсат кеше ғүмерҙәрен һаҡлап ҡалыу. Шуға күрә пилотһыҙ системалар менән идара итеүселәр күберәк булырға тейеш.

Тельман Уралбаев, Рәсәй Геройы
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ