Өфөлә Бөтә Рәсәй балалар фольклориадаһы башланды

Әлеге минуттарҙа Дуҫлыҡ әйлән-бәйләне бара. Бейеү флешмобы “Башҡортостан” дәүләт концерт залы алдындағы майҙанда ойошторолған. Унда бер меңдән ашыу ҡыҙ һәм малай ҡатнаша. Чечен республикаһынан Иҙрис Ягаев фольклориада ҡунаҡтарын бейеүе менән әсир итергә ниәтләй.

Өфөлә Бөтә Рәсәй балалар фольклориадаһы башланды

   Өфөгә ДағстандыңКизилюрт ҡалаһынан Әхмәт Зөбәйеров исемендәге өлгөлө халыҡ бейеүҙәре ансамбле килде. Коллектив 5 йыл элек ойошторолған, үҙенсәлекле репертуар тупланған. Бейеүҙәрҙә тау традициялары тергеҙелә. 

Өфөлә Бөтә Рәсәй балалар фольклориадаһы башланды

   Дуҫлыҡ әйлән-бәйләненән һуң балалар паратҡа теҙелә. Киске сәғәт алтыла фестивалде асыу  тантанаһы була. Унда Бөтә Рәсәй балалар фольклориадаһына арналған гимн тәҡдим ителә.  Әҫәрҙең тексын Башҡортостандың халыҡ артисы Ольга Мусина ижад иткән. Көй авторы – республиканың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, композитор Ришат Сәғитов. Гимн баш ҡаланың сәнғәт һәм музыка мәктәбе уҡыусылары, “Тамыр” йыр-вокал ансамбле башҡарыуында яңғырай. Киске сәғәт 9-ҙа Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы Марина Девятова сығыш яһай.

Фото №1 - Өфөлә Бөтә Рәсәй балалар фольклориадаһы башланды
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ