Бөтә Рәсәй балалар фольклориадаһына илдең 80-гә яҡын төбәгенән ҡатнашыусылар килде. Псков өлкәһе вәкилдәре Печорский районында йәшәгән сето - фин-уғыр халҡының мәҙәниәте менән таныштыра. Коллектив башҡарған “Леело” йыры 2009 йылда ЮНЕСКО-ның матди булмаған мәҙәни мираҫы исемлегенә ингән.
Бөтә Рәсәй балалар фольклориадаһы июндең 27-һенә тиклем дауам итә.




