Өфөлә 3-сө Бөтә Рәсәй балалар фольклориадаһы башланды

Илдең 80 төбәгенән меңдән ашыу бала һәм үҫмер ҡатнашҡан күләмле сараны рәсми асыу тантанаһы башҡаланың Совет майҙанында үтте. Ҡунаҡтарҙы Рәсәй Президенты хакимиәте етәксеһе урынбаҫары Магомедсалам Магомедов, Башҡортостан Хөкүмәте премьер-министры Андрей Назаров, Федерация Советының фән, мәғариф һәм мәҙниәт буйынса комитеты рәйесе Лилиә Ғүмәрова тәбрикләне. Улар ҡатнашыусыларға уңыштар, тәьҫораттарға бай иҫтәлекле көндәр теләне. Сөнки Фольклориада ижади байрам ғына түгел, ул милләт-ара татыулыҡты, берҙәмлекте сағылдырыусы мәртәбәле проект. Сараны асыу тантнаһынан БЮТ хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова репортажы.

Көй-моңдар, телдәр, костюмдар, музыка ҡоралдары төрлөлөгөнән күҙҙәр ҡамаша. Башҡортостандың баш ҡалаһы оло Рәсәйҙең бәләкәй күсермәһе һымаҡ. Бында башҡорт ҡурайын да, сыуаш шыбраһын да, яҡут дуңғырын да күрергә мөмкин. Фольклориадала ҡатнашыусыларҙың бөтәһен дә үҙ милләтенең традицияларына һөйөү берләштерә.

Өфөлә үткән балалар фольклориадаһы өсөнсөһө, тәүгеһе Сыуаш республикаһында, икенсеһе Татарстанда үтә. Башҡортостан был байрамды беренсе тапҡыр ҡабул итә. Әммә республиканың Бөтә донъя фольклориадаһын ойоштороу буйынса ыңғай тәжрибәһе бар. Республика 5 йыл элек донъяның 40-ҡа яҡын ҡитғаһынан ҡунаҡтарҙы ҡабул итте. Рәсәй Президенты хакимиәте етәксеһе урынбаҫары Магомедсалам Магомедов ҡатнашыусыларға Владимир Путиндың тәбрикләү һүҙҙәрен дә еткерҙе.

Бөтә Рәсәй балалар фольклориадаһында илдең 80 төбәгенән меңдән ашыу бала һәм үҫмер ҡатнаша. Үҙ халҡының мәҙәни мираҫын өйрәнгән, тергеҙгән, үҫтергән был категорияны быуындар сылбырын һаҡлаусылар, милли мәҙәниәт илселәре тип атарға мөмкин. Фольклориадала Башҡортостан данын өс ижади коллектив һәм 2 солист яҡлай. Улар-Әҙеһәм Исҡужин исемендәге ҡурайсылар, «Дарман» халыҡ бейеүҙәре, «Зоренька» рус йыры ансамблдәре. 13 йәшлек Әнүәр Вәхитов менән 15 йәшлек Азамат Ханнановтың иңендә лә милли мәҙәниәтебеҙҙе лайыҡлы күрһәтеү бурысы ята.

Фольклориада ижади коллективтарҙың сығышы ғына түгел, сараның программаһы фәнни-ғәмәли өлөштө, түңәрәк өҫтәлдәрҙе, оҫталыҡ дәрестәрен дә үҙ эсенә ала. Байрамда илдең төрлө төбәктәренән билдәле фольклорсылар, ғалимдар, эксперттар ҡатнаша. Улар матди булмаған мәҙәни мираҫты һаҡлау буйынса фекер алыша. Мәҫәлән, милли брендтарға патенттар буйынса. Фольклориадала башҡорт милли костюмына рәсми таныҡлыҡ тапшырылды.

Фольклориаданы асыу тантнаһына Башҡортостан 700 бала ҡатнашлығындағы тамаша әҙерләгән. Ул халҡыбыҙҙың рухи мираҫы Урал батыр эпосына нигеҙләнгән.

Фольклориаданың өс көнөндә лә бай йөкмәткеле, сағыу программа ҡаралған. Ҡатнашыусылар төрлө майҙандарҙа, парктарҙа сығыш яһай. Совет майҙанында иһә байрамдың икенсе көнөн «Ай йола» фолк төркөмөнөң сығышы биҙәй. Фестивалде Зәйнетдин этно-шоу төркөмө йомғаҡлаясаҡ. Ә асыу тантанаһында хэдлайнер-Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы, халыҡ йырҙарын һәм романстар башҡарыусы Марина Девятова.

Бөтә Рәсәй фольклориадаһы тотош ил мәҙәниәтен берләштергән үҙенсәлекле ижади проект. Уның төп асылы, мәғәнәһе үҫеп килгән быуында быуаттар буйы һаҡланған халыҡ ижадына һөйөү тәрбиәләү, милли-мәҙәни хазиналарыбыҙҙы өйрәнеү, таратыу, танытыу. Икенсе яҡтан алып ҡараһаң милләт-ара татыулыҡ, берҙәмлек тә ошондай сараларҙан башлана. Һәм был төшөнсәләрҙең тап бала күңеленә һалыныуы мөһим. Тап танышыу, аралашыу, ижад аша бер-береңдең теленә, мәҙәниәтенә хөрмәт, ихтирам уяна.

Р.Кәримова

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ