Бөтә Рәсәй балалар фольклориадаһы бөгөн баш ҡаланың «Беренсе май», «Дим», «Тулҡын» һәм Иван Якутов парктарында үтә. Был турала социаль селтәрҙәрендә Радий Хәбиров хәбәр итә. Республика етәксеһе әйтеүенсә, йөҙҙән ашыу милләт вәкилдәре йәшәгән Башҡортостан өсөн ошондай күләмле фестиваль уҙғарыу оло яуаплылыҡ һәм мәртәбә. Сараны ышанып тапшырғандары өсөн ил Президенты һәм мәҙәниәт министрлығына рәхмәт әйтәбеҙ. Был көндәр балалар өсөн яңы танышыуҙар һәм сағыу тәьҫораттар менән иҫтә ҡалһын. Баш ҡала халҡы һәм ҡунаҡтары өсөн дә фольклориада тарихи ваҡиға. Уның төп саралары Совет майҙанында үтә. Бөгөн иһә баш ҡаланың төрлө парктарында ла сағыу тамашалар, йәш таланттар, фольклор коллективтар сығышын ҡарарға мөмкин, тигән Радий Хәбиров.



