Өфөлә уҙған Бөтә Рәсәй балалар фольклориадаһын асыу тантанаһында Федерация Советының фән, мәғариф һәм мәҙәниәт буйынса комитеты рәисе Лилиә Ғүмәрова Премьер-министр Андрей Назаровҡа башҡорт милли кейемдәрен теркәү тураһындағы таныҡлыҡ тапшырҙы. Был ҡарар Роспатент тарафынан ҡабул ителде.
Республикала рәсми теркәлгән 11 брент иҫәпләнә. Быға тиклем Роспатент “Башҡорт балы”, “Бөрйән солоҡ балы”, “Ҡурай”, “Башҡорт аты”, “Мансур граниты”, “Башҡорт балаҫы”, “Башҡорт мамыҡ шәле” һәм “Ассы”, “Йоматау” һәм “Ҡорғаҙаҡ” минераль һыуҙарын ошо исемлеккә индергән.




