Өфөлә «Самауырлы ритайым» йәнә халыҡты йыйҙы

Өфөлә меңдәрҙең күңелен яулаған «Самауырлы ритайым» проекты ҡала йәштәр сараһы статусын алды. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, күләмле ваҡиғаны ойоштороусыларға күҙәтеүсе органдар тарафынан майҙанда хәүефһеҙлек талаптарын көсәйтеү буйынса иҫкәртеү яһалғайны. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров баш ҡала хакимиәтенә мөрәжәғәт итеп, был мәсьәләлә проектҡа ярҙам итеү бурысын ҡуйҙы. Ике аҙна һайын һәр шаршамбы уҙғарылған күләмле мәҙәни сара хаҡында БЮТ хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина дауам итә.

Бөтәһе лә бер осҡондан башлана. Торбанан һуҙылған төтөн, ҡуҙлы күмер. Самауыр-ул усаҡ кеүек: уны ҡайната ла, һаҡлай ҙа белергә кәрәк. Өфөнөң Ағиҙел йылғаһы яры буйында шифалы үләндәрҙән сәй ҡайнатыу йәштәрҙе берләштергән күләмле проекттың изге йолаһы. Һанаулы минуттарҙан һуң өҫтәл янында башҡорт ҡунаҡсыллығы күрһәтеләсәк.

«Самауырлы ритайым» проекты етенсе йыл уңышлы тормошҡа ашырыла, меңдәрсә кешенең көтөп алынған мәҙәни ваҡиғаһы. Шул уҡ ваҡытта яңы миҙгелдә йәштәрҙең күпләп йыйылыуына бәйле хоҡуҡ һаҡлау органдары майҙанда хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре үтәлешен дә талап итте. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров баш ҡала хакимиәте етәкселегенә мөрәжәғәт итеп, проекттың юғары ижтимағи әһәмиәтен билдәләне, инициатив төркөмдөң башланғысына ярҙам күрһәтергә ҡушты. Һәм бына ҡыҫҡа ваҡытлы тынлыҡтан һуң күләмле сара яңы статуста ҡунаҡтарҙы ҡабул итте.

«Самауырлы ритайым»-ул башҡорт моңо, дәртле бейеүҙәр, «асыҡ микрофон»... Майҙанға йыйылыусылар түңәрәккә баҫып, ҡулға ҡул тотоношоп бер-береһен ҡеүәтләй, яңы дуҫтар таба. Йәштәр проекты тип аталһа ла, бында балалар ҙа, ололар ҙа теләп ҡатнаша. Башланғыстың туған телде һаҡлау, аралашыу мөхитен булдырыуҙа ла әһәмиәте баһалап бөткөһөҙ.

Проект авторҙары билдәләүенсә, бөгөн «Самауырлы ритайым» республиканың башҡа район-ҡалаларында йәшәүселәр тарафынан да күтәреп алынған. Өфөгә килгәндә, башҡорт йәштәрен берләштергән проектты быйыл Ағиҙел йылғаһы яр буйында ғына түгел, башҡа йәмәғәт киңлектәрендә лә сиратлап уҙғарыу, унан һуң көҙ «Ватан» этнопаркында ҙур Гала-концерт менән тамамлау мөмкинлеге ҡарала. Әлегә был тик идея ғына.

Гөлназ Хәйбуллина

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ