Бөгөн Бөтә Рәсәй фольклориадаһында ҡатнашыусылар Өфө парктарында сығыш яһай

“Тулҡын”, “Дим”, “Беренсе май” һәм Яҡутов баҡсаларында сағыу концерттар тәҡдим ителә. Унда Рәсәй төбәктәре һәм Башҡортостан ижади коллективтары, айырым йырсылар сығыш яһай. Интерактив зоналарҙа халыҡ ижадына арналған оҫталыҡ дәрестәрендә һәм милли уйындарҙа  ҡатнашырға була.

Бөгөн Бөтә Рәсәй фольклориадаһында ҡатнашыусылар Өфө парктарында сығыш яһай

Өфө парктарындағы концерттар 17 сәғәткә тиклем дауам итә. Киске сәғәт 6-ла йәш артистар баш ҡаланың Совет майҙанында сығыш яһай. 50-гә яҡын төбәктән килгән коллективтарҙың йыр һәм бейеүҙәре тәҡдим ителә. Киске сәғәт 9-ҙа ошо уҡ майҙанда “Әй йола” төркөмө концерты була. Сара уҙғарыуға бәйле баш ҡаланың үҙәк урамдарында өлөшләтә транспорт хәрәкәте сикләнә. Водителдәргә маршрутты алдан билдәләргә тәҡдим ителә.

Фото №1 - Бөгөн Бөтә Рәсәй фольклориадаһында ҡатнашыусылар Өфө парктарында сығыш яһай
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ