“Өфө өсөнсө Бөтә Рәсәй фольклориадаһын ҡабул итә. Баш ҡалабыҙға ҙур илебеҙҙең бик күп төбәктәренән 1 меңдән ашыу йәш артист килде. Ҡунаҡтарҙы ихлас сәләмләйбеҙ, рәхим итегеҙ, тибеҙ. Өфөлә үткән көндәр балаларҙың күңелендә матур хәтирә булып ҡалһын. Башҡортостанда йөҙҙән ашыу милләт вәкиле дуҫлыҡта һәм татыулыҡта йәшәй. Фестивалде республкиала уҙғарыу оло ғорурлыҡ һәм яуаплылыҡ. Президентҡа һәм Мәҙәниәт министрлығына был эште беҙгә ышанып тапшырыуҙары өсөн рәхмәт”, - тип яҙған социаль селтәрҙә Радий Хәбиров. Был минуттарҙа Өфөнөң Совет майҙанында фольклор ансамблдәр сығыш яһай.




