Төҙөлөш, транспорт, логистика, элемтә тармағына эшкә килеүселәргә яҡшы эш хаҡы тәҡдим ителә. Нефть сәнәғәте, ауыл хужалығы, мәғариф, медицина өлкәһенә шулай уҡ хеҙмәткәрҙәр кәрәк. Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрының беренсе урынбаҫары Юрий Мельников белдереүенсә, халыҡҡа 16 мең вакансия әҙерләнгән.
Өфөлә хеҙмәт йәрминкәһе Арт-Квадрат биләмәһендә үтә. Майҙансыҡтар иртәнге сәғәт 10-да эш башлай.




