"Фольклор һәм балалар: традициялар аша берҙәмлеккә"

Бөгөн балалар фестивалендә ҡатнашыусылар Өфө парктарында сығыш яһаны. “Тулҡын”, “Дим”, “Беренсе май” һәм Яҡутов баҡсаларында сағыу концерттар тәҡдим ителде. “Торатау” конгрес-холында Рәсәй халыҡтары мәҙәниәтен һаҡлау һәм үҫтереү мәсьәләләренә арналған ғилми-ғәмәли конференция ойошторолдо. Хәбәрсебеҙ Ирек Әхмәтшин яҙмаһы.

"Фольклор һәм балалар: традициялар аша берҙәмлеккә"

“Әй йола” Бөтә Рәсәй фольклориадаһында сығыш яһай. Танылған төркөмдөң йырҙарын бер сәғәттән Өфөнөң Совет майҙанында тыңларға була. “Әй йоланың” ижады “Урал батыр” эпосына нигеҙләнә. “Беҙ үткәнебеҙ менән бөгөнгөбөҙ араһында күпер һалабыҙ”, - тип белдерә музыканттар. Улар башҡарған йырҙар донъяла ҙур танылыу яуланы. Төркөмдөң клиптарын миллионлаған кеше ҡарай. Композициялар Рәсәй һәм сит ил радиостанцияларында даими яңғырай. “Урал батыр” альбомын һанлы платформаларҙа, стриминг сервис чартында 3 миллиардтан ашыу кеше тыңлаған.

Фото №1 - "Фольклор һәм балалар: традициялар аша берҙәмлеккә"
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ