Оборона министрлығы һәм предприятиеларҙың именлек хеҙмәте көстәре уны кире ҡаҡты. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәрҙә хәбәр итеүенсә, БПЛА ҡалдыҡтары сәнәғәт зонаһына төшкән. Бөтә хеҙмәттәр ҙә урында эшләгән, эҙемтәләр бөтөрөлгән. Бәхеткә күрә, бер кем дә зыян күрмәгән, технологик процестар боҙолмаған-предприятиелар штат режимында эшләүен дауам итә.



