БПЛА тураһында фото-видео таратыусылар яуапҡа тарттырыласаҡ

Пилотһыҙ осоу аппараттары менән бәйле фото-видео материал таратыусыларҙы административ һәм енәйәт яуаплылығы көтә. Федераль именлек хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығы был хаҡта тағы ла бер тапҡыр иҫкә төшөрҙө.

Мәғлүм булыуынса, уҙған йылдың сентябренән республикала БПЛА һөжүмдәре һәм уларҙың эҙемтәләре менән фото һәм видеояҙмалар баҫтырыу ҡәтғи тыйыла. Сикләүҙәрҙе боҙған өсөн граждандарға 3 меңдән 5 мең һумға, вазифалы кешеләргә 10 меңдән 30 мең һумға, юридик шәхестәргә 100 меңдән 500 мең һумға тиклем штраф ҡаралған. Әгәр ҙә кадрҙарҙа хәрби объекттар, һауа оборонаһы йәки башҡа мөһим инфраструктура яҡтыртылһа, енәйәт эше ҡуҙғатылыуы мөмкин. Статьялар етди-дәүләт хыянатсылығына һәм иректән мәхрүм ителгәнгә тиклем.

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ