Иҫке күперҙе һаҡлау маҡсатында сикләүҙәр тик 10 тоннанан ашыу транспорт сараларына ҡағыла. Киләсәктә күперҙе капиталь ремонтҡа ябыу күҙаллана, әммә әлегә уның даталары билдәләнмәгән, әҙерлек эштәре бара. Тулыраҡ мәғлүмәт БЮТ хәбәрсеһе Флорида Миһранова яҙмаһында.
Йөк машиналары өсөн хәрәкәт сикләүҙәре Затон күпере ремонтҡа ябыла тигәнде аңлатмай. Иҫке күперҙе тәртипкә килтереү өсөн әле финанс сығанаҡтар эҙләнә. Төҙөлөш проектына ярашлы ремонт өсөн күперҙе 30 айға йәғни ике йыл ярымға бикләргә тура киләсәк, әлегә ремонтҡа әҙерлек эштәре ойошторола.
Әгәр күперҙе рәтләмәгәндә, тиҙҙән Өфө тығындарҙа торасаҡ тине төбәк башлығы Радий Хәбиров хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә. Республика етәксеһе Затон күперен төҙөкләндереү буйынса проектты һәм төҙөлөш эштәрен тиҙләтергә ҡушты.
Йыл аҙағына тиклем Башҡортостанда 23 күпер төҙөкләндереләсәк. Борай, Дүртөйлө, Краснокама, Шишмә райондарындағы ҙур объекттар «Тормош өсөн инфраструктура» милли проекты сиктәрендә тәртипкә килтерелә. Федераль программа ярҙамында быйыл Башҡортостанда дөйөм оҙонлоғо 1 мең 900 метрлыҡ 15 күпер ремонтлана.
Ф.Миһранова



