Етештереүселәр хаҡты тотороҡло һәм контролдә тота. Төбәктең Сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министрлығынан билдәләүҙәренсә, июндә сығарылған яғыулыҡ күләме йыллыҡ план күрһәткестәренән айырылмай. Әммә һуңғы көндәрҙә Рәсәй төбәктәрендә, шул иҫәптән республикала ла бензинға һәм дизелгә ихтыяж артыуы күҙәтелә. Был заправкалау станцияларында сираттар барлыҡҡа килеүгә, шулай уҡ спекуляция һәм алыпһатарҙар ишәйеүенә килтерә. Ҡайһы бер осраҡтарҙа был һорау халыҡ араһында ығы-зығы тыуҙыра.
Бөгөн республикала 500-ҙән ашыу автозаправка станцияһы эшләй, уларҙың күбеһе етештереүселәр менән туранан-тура хеҙмәттәшлек итә. Бер үк ваҡытта заводтар өҫтөнлөклө булмаған бойондороҡһоҙ ваҡлап һатыу селтәрҙәре менән эшмәкәрлекте туҡтатҡан. Һөҙөмтәлә был станциялар аралашсыларҙан һәм күмәртә баҙарында ҡатнашыусыларҙан биржанан юғарыраҡ хаҡҡа яғыулыҡ һатып алырға мәжбүр. Илдәге шарттарҙы иҫәпкә алып, халыҡтан хәлде аңлап ҡабул итеү һәм автомобилдәрҙе ихтыяж булған осраҡта ғына заправкалап, властарҙың һәм компанияларҙың рәсми белдереүҙәренә генә ышаныуҙары һорала.



