Баймаҡ районының Ҡаратал ауылы мәктәбе 90 йыллығын билдәләне

Маҡсатҡа тоғро ҡалып йәки белем биреү-төп бурыс. Баймаҡ районының Ҡаратал ауылы мәктәбе 90 йыллығын билдәләне. Заман менән бергә атлаған белем усағы хаҡында киләһе яҙмала.

Бер быуатҡа яҡын тарих. Ҡаратал мәктәбе үҙенең туҡһанынсы йыллығын билдәләй. Ошо дәүер эсендә ул бик күп үҙгәрештәрҙе кисергән. Әммә урындағы балаларға сифатлы белем биреү тигән төп маҡсатын үҙгәртмәгән.

Мәктәп тарихы 1936 йылдан башлана. Ул саҡта бында ни бары 46 уҡыусы ғына белем алған. Дүрт класс, дүрт уҡытыусы. Хәҙерге ваҡытҡа ла мәктәптә шул тиклем уҡыусы-46. Әммә хәҙер улар өсөн педагогик коллективта 8 уҡытыусы эшләй һәм ете йыллыҡ белем алыу мөмкинлеге бар.

Ҡаратал мәктәбенең тәүге директоры-ВӘсил Хәмиҙуллин була. Унан һуң мәктәптең статусы бер нисә тапҡыр үҙгәргән. Хәҙерге көндә был уҡыу йорто Беренсе Этҡол урта мәктәбе составында тулы булмаған төп мәктәп булып эшләй.

Белем усағы өсөн 90 йыл-оло тарих. Ошо йылдар дауамында ул үҙенең төп бурысын-яңы быуынды тәрбиәләүҙе дауам итә. Ә был, моғайын, мәктәптең иң ҙур ҡаҙанышылыр.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ