Турнир июлдә Учалы районы Ҡотой ауылында була. “Еңеү яулаған ир-егеттәр командаһына күсмә Кубок, 300 мең һум аҡса һәм башҡорт тоҡомло ат тапшырыла. Ҡатын-ҡыҙҙарға 100 мең һәм һыйыр бүләк итәбеҙ”, - ти турнирҙы ойоштороусыларҙың береһе Зариф Сөләймәнов.
Футбол фестивалендә ҡатнашыусылар даирәһе йылдан-йыл киңәйә. 2025 йылдан халыҡ-ара ярыш булараҡ уҙғарыла, ти Зариф Сөләймәнов.
Турнирҙа футбол буйынса ярыштан тыш, кибер-спорт, милли ат сабышы, көрәш, уҡ атыу турниры үтә. Шулай уҡ башҡа уйындар уҙғарыла. Эстрада артистары ҡатнашлығында концерт ойошторола.




