Йәй башланыу менән окрошкаға ихтыяж арта. Һыуыҡ ашты һәр кем үҙ рецепты буйынса әҙерләй. Йәмәғәт туҡланыу урындарының йәйге менюһында ла был ризыҡты күрергә мөмкин. Бер йыл эсендә «окрошка индексы»-төп продукттарға хаҡтарҙың үҙгәреү динамикаһының шартлы иҡтисади күрһәткесе 9 процентҡа артҡан. БЮТ хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина дауам итә.
Йомортҡа, тауыҡ ите, колбаса һәм баҡсала үҫкән йәшелсә-Ғәлиә Сафина окрошканы төрлөләндереп үҙ рецебы буйынса әҙерләй. Һыуыҡ ашты ғаиләлә барыһы ла ярата, айырыуса йәйге эҫелә был ризыҡ еңел ашала, туҡлыҡлы ла. Ҡатыҡ нигеҙендә эшләнеүе үҙенә күрә әсе тәм дә өҫтәй.
Окрошканы кеүәҫ, кефир һәм айран менән дә эшләйҙәр. Өфө ресторандарының береһендә ул йыл һайын халыҡ һорауы буйынса йәйге менюға индерелә. Иң тиҙ әҙер булған ризыҡтарҙың береһе-барлыҡ йәшелсә, ит продукцияһы алдан турап ҡуйыла, килтереү ваҡыты уртаса биш минут.
Өфөләге йәмәғәт туҡланыу урындарында хаҡтар яҡынса ошо кимәлдә һаҡлана. Бер порция-400 грамм. Кафе-ресторандарға барып әҙер миҙгел ашын тәмләп ҡарарға мөмкин, шул уҡ ваҡытта сауҙа нөктәләрендә окрошка өсөн барлыҡ продукттар ҙа ирекле һатыуҙа. Дефицит юҡ.
Кәштәләрҙәге продукттарға хаҡтар уҙған йыл менән сағыштырғанда бер ни тиклем күтәрелгән. Эшҡыуарҙар билдәләүесә, окрошкаға талап ителгән шул уҡ редис, ҡыяр, йәшел һуған һәм укропҡа һәр ваҡыттағыса һорау ҙур.
«Чек Индекс» аналитик үҙәге мәғлүмәттәренә ярашлы, Башҡортостанда дүрт кешегә классик кеүәҫле окрошка өсөн стандарт аҙыҡ-түлек йыйылмаһының уртаса хаҡы 744 һумға еткән. Былтырғы осор менән сағыштырғанда, күрһәткестең 9 процентҡа артыуы теркәлгән.
Окрошканы әҙерләүҙән кинәнес алған кешеләр байтаҡ. Үҙ баҡсаң булһа икеләтә бәхет-йәшелсәнең өлгөргән мәле.
Гөлназ Хәйбуллина



