«Әй Йола» төркөмө Фольклориаданың икенсе көнөн йомғаҡланы

Өфөлә 3-сө Бөтә Рәсәй балалар фольклориадаһы дауам итә. Мәҙәни байрамдың икенсе көнө «Әй Йола» төркөмө концерты менән тамамланды. «Урал» батыр эпосына нигеҙләнгән композициялары менән бөтә донъяла дан ҡаҙанған төркөм-балалар форумының төп хед-лайнерҙарының береһе. Этнотөркөмдөң репертуарындағы йырҙар йәш быуынды яҡшылыҡты яманлыҡтан айырыуға өндәй, тыуған, ер ата-әсә һәм рухи тамырҙарға һөйөү тәрбиәләй. Төркөм солисы, Башҡортостандың халыҡ артисы Ринат Рамаҙанов белдереүенсә, илебеҙҙең 80 төбәгенән меңдән ашыу баланы бер майҙанға йыйған фольклориаданың төп маҡсаты ла быуаттар төпкөлөнән килгән рухи ҡиммәттәрҙе данлау, тимәк, йәш быуындың киләсәген хәстәрләүгә ҡайтып ҡала.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ