Баймаҡ районында студенттар фольклор ынйыларын йыя. Экспедицияла ҡатнашыусылар тәүге мәғлүмәттәрҙе Таулыҡай һәм Сыңғыҙ ауылдарынан тупланы. Тулыраҡ киләһе яҙмала.
Баймаҡ районына фольклор экспедицияһы менән килгән Өфө фән һәм технология университетының беренсе курс студенттары фәнни сәйәхәтен Таулыҡай ауылынан башланы. Ауыл китапханаһында үткән осрашыуҙа улар ауылдың тарихын, топонимикаһын өйрәнде, арҙаҡлы шәхестәре менән танышты. Ауылдың ағинәйҙәре уларға урында ижад ителгән мөнәжәттәрҙе ишеттерҙе.
Илшат Янбаев һәм Фәнилә Салауатова етәкселегендә башҡорт филологияһы, шәрҡиәт һәм журналистика факультетының егет һәм ҡыҙҙары Сыңғыҙ ауылының мәҙәниәт йортонда ағинәйҙәрҙең боронғолоҡто тергеҙгән ҡул эштәре: серге тыш, сарыҡ, ҡот балаҫ менән таныштылар, заманлаштырылған биҙәү әйберҙәрен ҡаранылар. Шулай уҡ ҡул аҫтында булған тауарҙан аяҡ аҫтына һала торған ябай балаҫ үреү буйынса оҫталыҡ дәресе күрһәтелде.
Ике аҙна дауамына планлаштырылған экспедиция барышында студенттар Баймаҡ районының күп ауылдарында буласаҡ. Уларҙың төп маҡсаты-халыҡ араһынан фольклор ынйыларын бөртөкләп йыйып алыу ғына түгел, ә киләсәк быуынға ҡалдырыу, ҡомартҡыларҙы өйрәнеү, фәнни эш тәжрибәһе алыу булып тора.



