Өфө «Нур» татар дәүләт театры 34-се ижад миҙгелен 5 премьера менән тамамлай. Сираттағы сәхнә әҫәрен театр коллективы билдәле драматург Мансур Ғиләжевтың ижадынан алған. Комедия жанрында ижад ителгән пьеса ике көн тулы зал йыйҙы. БЮТ хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин дауам итә.
Сәхнә буш тиерлек. Декорациялар аҙ, визуаль тауыш та түбән. Барыһы ла тамашасы иғтибарын ситкә йүнәлтмәһен, тулыһынса актерҙарҙың сығышына һәм әҫәрҙең мәғәнәһенә сумһын өсөн махсус һайланған. Актерҙар составы ла уңышлы һәм осраҡлы һайланмаған.
Драматург Мансур Ғиләжевтың «Ашыҡма» пьесаһы ла репертуарға шулай уҡ осраҡлы инмәгән. Ҡайһы бер актерҙар уйыны аша спектакль тамашасыға үҙен танырға мөмкинлек бирә. Эксцентрик һөйләшеүҙәр, ҡыҙыҡлы аңлашылмаусанлыҡтар һәм көтөлмәгән асыштар йәшәү мәғәнәһен аңларға ярҙам итә.
34-се ижад миҙгеле һәр йылдағыса театр коллективын да, тамашасыны ла ҙур премьералары менән ҡыуандырҙы. Рәсәй ҡалалары буйлап гастролдә лә булып ҡайта.
Миҙгел, ысынлап та емешле тамамлана. Иң юғары театр премияһына «Тау» спектакле менән тәүге тапҡыр Өфө «Нур» татар дәүләт театры лайыҡ булды. Яңауыл районында тыуып үҫкән Илдар Юзеевтың әҫәре буйынса ҡуйылған спектакль республика башлығы гранты ярҙамында сәхнәләштерелгән. «Алтын битлек» менән бергә, спектаклдең төп башҡарыусылары ла Башҡортостандың юғары дәүләт наградаһы менән билдәләнде.
«Алтын битлек» лауреаттарына киләһе миҙгелдә тағы ла илһамланып ижад итергә этәргес бирә. Тағы ла ҡыҙыҡлы, мауыҡтырғыс пьесалар көҙгә көтөлә.
Азат Ғәлиуллин



