Рәсәйҙә яғыулыҡҡа ихтыяждың 20-30 проценты яһалма тыуҙырылған шау-шыуға бәйле

Был турала вице-премьер Александр Новак белдерә. Уның һүҙҙәренсә, илдә сеймал запасы етерлек кимәлдә.   “Ихтыяжды иҫәпкә алып әле логистик система элемтәләрен үҙгәртеү бара. Бөгөн яғыулыҡ баҙарындағы хәлгә бәйле сираттағы кәңәшмә була.Унда дизель яғыулығын экспортлауҙы тыйыу мәсьәләһе ҡарала”, -тине ТАСС агентлығына биргән  интервьюла  Александр Новак. Әле илдең 20-нән ашыу төбәгендә яғыулыҡ ҡойоу станцияларында бензин һатыуға сикләү индерелгән. Александр Новак хәлдең ябай түгеллеген, контролдә тотолоуын билдәләй. Уның һүҙҙәренсә, властар Севастополь, Ҡырым, Калининград һәм Алыҫ Көнсығышҡа айырыуса иғтибар бүлә. Бынан тыш, эре нефть компаниялары быға тиклем файҙаланылмаған резервтарын ҡуллана. Вице-премьер тәбиғәт һәм миҙгел факторҙарына бәйле төбәктәрҙе өҫтөнлөклө яғыулыҡ менән тәьмин итергә ҡушты.

Фото №1 - Рәсәйҙә яғыулыҡҡа ихтыяждың 20-30 проценты яһалма тыуҙырылған шау-шыуға бәйле
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ