Республика башлығы бөгөн ҡала советы ултырышында сығыш яһап, баш ҡала үҫеше буйынса системалы эш алып барғандары өсөн депутаттар, идара командаһы һәм муниципаль предприятие етәкселәренә рәхмәт белдерҙе. “Еңел булмаған иҡтисади шарттарҙа Өфөлә төп күрһәткестәр буйынса ыңғай динамика күҙәтелә. Республика баш ҡалаһы 450 йыллығын лайыҡлы билдәләне. Юбилейға мөһим обьекттар- Көрәш һарайы, Фехтование үҙәге, Ишеү слаломы өсөн ҡоролмалар комплексы, төҙөкләндерелгән йәмәғәт биләмәләре ҡалҡып сыҡты. Студенттар кампусы төҙөлөшө лә яҡшы темптар менән алып барыла. Дөйөм көстәр менән Әр-Рәхим мәсете һәм Воскресенск кафедраль соборы төҙөлөшөн дауам итәбеҙ. Һуңғы йылдарҙа Өфө федераль һәм республика властары ярҙамы менән инфраструктура үҫеше буйынса әһәмиәтле аҙымдар яһаны. Көнсығыш сығыу юлын асыу мөһим роль уйнаны. Воровский урамында тарихи күпер капиталь ремонтланды. Баш ҡала халҡын һәм ҡунаҡтар өсөн уңайлыҡтар тыуҙырған тағы ла күп обьекттарҙы әйтеп китергә мөмкин”-, тине Радий Хәбиров.




