Радий Хәбиров Өфө ҡала советының яңы составына маҡсаттар билдәләне

Республика башлығы бөгөн бишенсе саҡырылыш ҡала советы ултырышында ҡатнашты. “Бөгөн беҙҙең  төп мәсьәлә - барыһы ла Еңеү өсөн эшләйбеҙ. Сәйәси һәм идеологик ҡараштарҙың төрлөлөгөнә ҡарамаҫтан, иңгә-иң терәшеп эшләйбеҙ. Өфө хәрбиҙәр өсөн нисек тырышҡанын күрәбеҙ. Махсус хәрби операция башланғандан алып ҡала 960 тонналыҡ 76 гуманитар ылау оҙатты. 275 миллион һум аҡса йыйылды. Депутаттар корпусы 180 миллион һум  йыйҙы. Әле яугирҙар фронттан әйләнеп ҡайта. Идаралыҡ командаһы һәм депутаттар корпусына төп бурыс- хәрбиҙәрҙе адаптациялауҙа, эшкә урынлаштырыуҙа ярҙам күрһәтеү”-, тине Радий Хәбиров. Республика башлығы көҙөн яңы саҡырылыш буйынса һайлау булыуын иҫкә төшөрҙө, ултырыш аҙағында дәүләт наградалары тапшырҙы.

Фото №1 - Радий Хәбиров  Өфө ҡала советының яңы составына маҡсаттар билдәләне
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ