Был турала Белоруссияның баш ҡалаһында уҙған хеҙмәттәшлекте үҫтереү буйынса эшсе төркөм ултырышында белдерелде. Кластер Минскиҙан алыҫ түгел индустриаль паркта урынлаша. Бынан тыш, Өфөлә Евразия фәнни-мәғариф үҙәге базаһында Рәсәй-Беларусь үҙәген асыу һәм академик партнерлыҡты үҫтереү ҡарала. Республика Хөкүмәте премьер-миинстры Андрей Назаров белдереүенсә, Беларусь Башҡортостандың төп эске сауҙа партнерҙарынан һанала.




