Был минуттарҙа баш ҡаланың Совет майҙанында Бөтә Рәсәй Фольклориадаһында ҡатнашыусыларҙың концерты башланып тора. Фестиваль сәхнәһендә 50-гә яҡын фольклор коллективы йыр һәм бейеүҙәрен тәҡдим итә. Һәр артист милли кейемдә сығыш яһай. Ким Кулар Тыва республикаһынан. Мөхәмәт Зөбәйеров Дағстандан. Самир Латипов - Башҡортостандан. Алһыу Шиһапова Татарстан ҡыҙы.
Киске сәғәт 8-ҙә Совет майҙанында өсөнсө Бөтә Рәсәй балалар фестивален ябыу тантанаһы була. 21 сәғәттә тамашасыларҙы танылған музыкант Зәйнетдин сәләмләй.




