Илдең 80-гә яҡын төбәгенән йыйылған ижади коллективтар 3 көн дауамында баш ҡаланың төрлө майҙансыҡтарында сығыш яһаны, үҙ төбәктәренең, халыҡтарының мәҙәниәте, рухи ҡиммәтәре менән таныштырҙы. Сараны йомғаҡлау концерты әлеге минуттарҙа Совет майҙанында баланып тора. Киске 9-ҙа ZAINETDIN фольклориаданың 200 йәш ҡатнашыусыһы менән бергә сығыш яһай. Был үҙенсәлекле этно-шоу 5 балалар коллективын берләштерә: "Модус" шоу-балеты, "Тамыр" телеканалының вокаль студияһы, "Ассоль" өлгөлө вокаль-хореография студияһы, "Ирис" бейеү коллективы, Башҡортостандың Халыҡ ижады атҡаҙанған коллективы, Ҡалтасы районы Краснохолмский ҡалаҡсылары.




