Һуңғы биш йыллыҡҡа йомғаҡ һәм яҡын киләсәккә төп бурыстар. Бөгөн Өфө ҡала советының 64-се ултырышы үтте. 5-се саҡырылыш депутаттарын республика башлығы сәләмләне.
Радий Хәбиров халыҡ һайланыусыларына, ҡаланың идара командаһына, муниципаль предприятиелар етәкселәренә баш ҡалабыҙҙы үҫтереү буйынса системалы эш өсөн рәхмәт белдерҙе һәм дәүләт наградаларын тапшырҙы. Ҡатмарлы иҡтисади хәлгә ҡарамаҫтан, Өфө быйыл да төп күрһәткестәр буйынса ыңғай динамика һаҡлай.
Шулай уҡ Өфөлә Волга буйы федераль округында иң ҙур мәктәп төҙөлдө. Тиҙҙән ҡаланы студенттар кампусы биҙәйәсәк. Бынан тыш юлдар, күперҙәр һәм юл үткәүелдәре төҙөлә. Һуңғы биш йылда Өфө федераль һәм төбәк властары ярҙамында инфраструктура үҫешендә мөһим аҙымдар яһай. Хәҙерге саҡырыуҙар шарттарында депутаттар алдында бюджеттың социаль йүнәлешен һаҡлау, иҡтисади үҫеште тәьмин итеү, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам итеү буйынса ҡатмарлы бурыстар тора.



