Башҡортостанда юлдарҙы ремонтлау эштәрен әүҙемләштереү бурысы ҡуйылды

Юлдар мәсьәләһе йәнә беренсе урынға сыға. Һуңғы арала уларҙың төҙөкһөҙлөгөнә зарланыусылар күпкә кәмегәйне. Республика халҡының иғтибары тирә-йүнде төҙөкләндереү мәсьәләһенә йүнәлтелде. Әммә таушалған асфальт проблемаһы тулыһынса хәл ителмәгән, юҡҡа сыҡмаған булып сыҡты. Республика менән идара итеү үҙәгенә килгән мөрәжәғәттәрҙең күпселеге йәнә юлдарға ҡағылышлы. Радий Хәбиров эште әүҙемләштерергә ҡушты. Сөнки асфальт-бетон ҡатламын яңыртыу, соҡорҙарҙы ямауға етерлек күләмдә аҡса бүленә һәм эштә лә тотҡарлыҡтар булырға тейеш түгел.

Нуғай ауылы эргәһендәге Ҡара күлгә илткән юл әйтерһең дә федераль трасса. Йөк автомобилдәре бында туҡтауһыҙ елдерә. Һыу ятҡылығы тирәләй биш-алты карьер эшләй. Йүнселдәр көнө-төнө ҡом ташый. Һөҙөмтәлә ҡырсынташтан һалынған юл таушала.

Эт өрөп тора, бүре йөрөп тора тигәндәй, йөк автомобилдәре юлды төҙөкләндереү ваҡытында ла туҡтамай. Баш ҡаланың Октябрь районы ҡом сығарыусы карьерҙар эшмәкәрлеген тикшереү буйынса прокуратураға мөрәжәғәт иткән.

Өфөнөң көнбайыш ҡапҡаларында ла тап халыҡ мөрәжәғәте буйынса бер нисә йөҙ метр юлда асфальт яңыртылды. Баш ҡалаға ингән юл таушалған булырға тейеш түгел. Сөнки майлы сүлмәк тап ҡапҡасынан билдәле.

Таушалған юлдар республика халҡының иң йыш зарланған проблемаһы. Республика башлығы был мәсьәләне хәл итеүҙе тиҙләтергә ҡушты.

Юл фонды быйыл 44 миллиард һумдан ашыу, шул иҫәптән 11 миллиарды ғына хеҙмәтләндереүгә тотоноласаҡ. Ә ҡалғаны иһә ремонт, төҙөкләндереү һәм яңы юлдар төҙөүгә йүнәлтелә.

А.Кәбиров

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ