Өфөлә Балалар Байығы телевизион бейеү конкурсының Гала- концерты үтте

«Көтөүсе» йәнә сәхнәлә! Бөгөн Өфөлә Балалар Байығы телевизион бейеү конкурсының Гала- концерты үтте. Республика һәм сит төбәктәрҙән килгән финалистар Башҡортостан дәүләт концерт залы сәхнәһендә сығыш яһаны. Халҡыбыҙ тарихын, мәҙәниәтен йәш быуынға еткереүҙә маҡсатлы эш алып барған конкурс тураһында БЮТ хәбәрсеһе Рәмилә Исмәғилева.

Сыбыртҡы Самирға бәхет килтерҙе. Көтөүсе бейеүе менән Рәми Ғарипов исемендәге 1-се республика башҡорт гимназияһы уҡыусыһы балалар Байығында Гран- при яуланы. Бының өсөн уға сыбыртҡыны оҫта итеп көй ыңғайына шартлатырға өйрәнергә тура килгән. Был эштең асылын уға көтөүсе түгел, ә Риф Ғәбитов төшөндөргән. Ул бейеүҙең ҡуйыусыһы.

Байыҡ- боронғо бейеүҙәрҙе оноттормай йәш быуынға еткереү йүнәлешендә уңышлы эшләй. Конкурсанттар«тапалған» бейеүҙәр менән килмәй. Өфө ҡалаһының Смарт гимназияһында уҡыусы Диана Ғәлимова «Ҡабырсаҡ» бейеүе менән сығыш яһай. Күлдәге дизайнер Гүзәл Әбйәлилованан.

Башҡорт халҡының сағыу милли кейемдәре, моңдары Сибайҙар бер Байыҡты ла ҡалдырмай. Быйыл «Толпар» өлгөлө балалар бейеү ансамбле Рәйес Низаметдинов ҡуйыуында «Атайсал итәгендә» бейеүен алып килгән.

Ҡазандан Айҙан Ғәлләмов конкурста өләсәһенең хыялын тормошҡа ашыра. Башҡортостандың Илеш районында тыуған өләсәһе ейәненең Байыҡта ҡатнашыуын теләгән.

Сара быйыл Бөтә Рәсәй балалар фольклориадаһы программаһы сиктәрендә уҙҙы. Конкурста Башҡортостандан, Санкт-Петербург, Сорғот, Норильск ҡалаларынан һәм Татарстандан өс йәштән алып 15 йәшкә тиклемге 550 бала ҡатнашты.

«Байыҡ» конкурсы быйыл бәлиғ йәшенә етте. Һайап алыу турында меңдән ашыу кескәй таланттар үҙ көсөн һынап ҡараған. Уларҙың иң-иңдәре финалға үтеп баш ҡаланың төп сәхнәһен өҙҙөрә баҫты.

Рәмилә Исмәғилева

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ