Өфөлә Башҡортостандың иң яҡшы иретеп-йәбештереүсеһе билдәләнде

Республика район-ҡалаларынан төрлө предприятие-ойошмаларҙан ҡатнашҡан тиҫтәнән ашыу һөнәр эйәһе ике этапта һынау үткән. Беренсеһендә улар иретеп-йәбештереүҙә оҫталығын һәм белемен күрһәтһә, икенсеһендә хеҙмәтте һаҡлау буйынса һорауҙарға яуап бирҙе. Ә инде бөтә этаптарҙы уңышлы үткән конкурсант республика намыҫын ил кимәлендә яҡлаясаҡ. Һөнәри конкурс быйыл сентябрҙә Пермдә үтә. Әйткәндәй, конкурс ҡатнашыусылары араһында төп эш урынынан тыш, үҙ шөғөлөн булдырыусылар ҙа бар. Улар эскәмйәнән ҡапҡаға тиклем заказдар алып эшләй. Шуға ла ҡайһы бер конкурсанттарға бөгөнгө һынау ҙа еңел бирелгән.

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ