Борай районында тәүге тапҡыр «Ҡулдар йылыһы» хәйриә фестивале үтте

Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ҡатындары һәм әсәләре психологтарҙан логопедтарға тиклем ике тиҫтәләп махсуслашҡан йүнәлеш белгестәренән бушлай консультация алды. Бындай форматтағы сара республикала тәүгә ойошторолдо. Ул үҙенә күрә ижади киңлекте хәтерләтте. Унда ҡатын-ҡыҙҙар стилистар менән аралашты, дөрөҫ тын алыу, телмәр тота белеүҙә махсус курстарҙа ла ҡатнашты. Ойоштороусылар бындай осрашыуҙарҙы республика район-ҡалаларында ла үткәреүҙе күҙаллай.

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ