Әлеге ваҡытта республика һыйырҙар һаны буйынса илдә икенсе урынды биләй. Шулай уҡ дөйөм эре мал иҫәбе һәм һөт етештереү буйынса беҙ өсөнсө баҫҡыста киләбеҙ. Башҡортостан тоҡомсолоҡ эше буйынса ла алдынғылыҡты бирмәй, төбәк предприятиелары был йүнәлештә һөҙөмтәле эш алып бара. Башҡортостан ауыл хужалығы министрлығынан белдереүҙәренсә, йыл башынан алып 400 мең тонна тауар һөтө етештерелгән, был күрһәткес алдағы йылдың ошо уҡ осоро менән сағыштырғанда, 18 мең тоннаға күберәк. Белгестәр фекеренсә, был төбәктә күләмле инвестиция проекттарын тормошҡа ашырыу менән бәйле. Республика һауылған һөттөң төп өлөш 7 районға тура килә, тап уларҙа ҡеүәтле һөт фермалары урынлашҡан.



