Районда уҙған «Бизнес һәм геройҙар» форумында һүҙ яҡтар араһындағы хеҙмәттәшлек, берлектәге эшмәкәрлек, яңы проекттар тураһында барҙы. Сара Әбйәлил эшҡыуарҙар советы тарафынан ойошторолған. Ил именлеге һағында торған яугирҙарҙы тыныс тормошҡа яраҡлаштырырыу, бизнесҡа йәлеп итеү мөмкинлектәре тураһында БЮТ хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова репортажы.
Олоһо ла, кесеһе лә ситтә ҡалмай. Әбйәлил ирекмәндәре яугирҙарға маскировка селтәрҙәре үрә, окоп шәмдәре яһай, аҙыҡ-түлек әҙерләй, мунсалар эшләй. Фронтҡа ярҙам штабтары һәр ауыл хакимиәтендә ойошторолған. Район вәкилдәре махсус хәрби операция зонаһына гуманитар ылауҙы үҙҙәре үк илтеп тапшыра. Алғы һыҙҡтағыларға ярҙамдан тыш Әбйәлилдә яугирҙарҙың ғаилә ағзалары, яҡындары хаҡында даими хәстәрлек күрелә. Районда яу ҡырынан ҡайтҡан ир-егеттәрҙе тыныс тормошҡа яраҡлаштырыу эшен дә яйға һалырға ниәтләйҙәр. Әбйәлил эшҡыуарҙары махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яҡташтарын үҙә ҡанаты аҫтына алырға уйлай.
Әбйәлил эшҡыуарҙар советы ойошторған «Бизнес һәм геройҙар» форумында һүҙ ике яҡ араһында эшлекле бәйлнештәрҙе урынлаштырыу тураһында барҙы ла инде. Сара Асҡарҙың «Ҡунаҡһарай» комплексында үтте. Һөйләшеү дуҫтарса йылы шарттарҙа. һорау-яуап форматында үтте. Сөнки хеҙмәттәшлек бер-береңде аңлай, тыңлай белеүҙе, ышаныс нигеҙендә эшләүҙе талап итә. Яу ҡырынан ҡайтҡандарҙы яңы эшкә тотонорға дәртлӘндереү тураһында һүҙ барғанда айырыуса.
Осрашыуҙа Өфөнән, белореттар килгән белгестәр яңы проекттар тураһында һөйләне, берлектәге эшмәкәрлек мөмкинлектәре ҡаралды. Ойоштороусылар район тормошонда әүҙем ҡатнашҡан яугирҙарға, уларҙың ғаилә ағзаларына. ирекмәндәргә маҡтау ҡағыҙҙар, рәхмәт хаттары тапшырҙы. Форум йылы сығыштар һәм йыр-моң менән үрелеп барҙы.
Р.Кәримова



