Салауат районынан оҫта Гөлдәр Шәбиева Бөтә Рәсәй конкурсында еңеү яулаған. Яҡташыбыҙ «Илдең көсө уның традицияларында» тип аталған ижади бәйгегә үҙе теккән тархан костюмын тәҡдим иткән.
Салауат районының Комсомол ауылынан Гөлдәр Шәбиева башҡорт милли кейемдәре тегеү, биҙәүестәр эшләү менән шөғөлләнә. Оҫта үҙ эшендә тик боронғо материалдарҙы ғына ҡуллана. Мәҫәлән, Гөлдәр Шәбиева тергеҙгән түш биҙәүесе 1718 йылда әйләнештән алынған тәңкәләрҙән эшләнгән. Ул Эрмитаж музейында һаҡланған ҡомартҡының күсермәһе. Гөлдәр Шәбиева башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының ысын кәләбаш-шлем формаһындағы баш кейемен эшләй белгән һирәк оҫталарҙың береһе. Ул бөтә костюмдарҙы һәм биҙәүестәрҙе өйөндә эшләй. Өс йыл элек Гөлдәр Шәрәфетдин ҡыҙы үҙенең ихатаһында башҡорт этнографияһы йорт-музейында асҡан. Бында халҡыбыҙҙың боронғо көнкүреш шарттарын, йолаларын, кәсептәрен сағылдырған меңдәрсә экспонат һаҡлана. Тарихи ҡомартҡылар араһында кейем өлгөләрен дә, һауыт-һабаны ла, китаптарҙы ла, биҙәүестәрҙе лә күрергә мөмкин.



