Әлеге ваҡытта республикала 2 меңгә яҡын лагерь балаларҙы ҡабул итә. Өфө районында урынлашҡан «Йондоҙсоҡ» лагерында илдең һәм республиканың төрлө төбәктәренән килгән йөҙҙән ашыу бала ял итә. Бында улар йәйге каникулын күңелле һәм файҙалы итеп үткәрһен өсөн тулы шарттар тыуҙырылған. Һәр кем күңеленә ятышлы шөғөл таба ала. Спорт менән шөғөлләнергә, ижади конкурстарҙа ҡатнашырға, оҫталыҡ дәрестәренә йөрөргә мөмкин. Хатта, йога һәм пилатес секциялары, театр түңәрәге эшләй. Йәғни, лагерҙа ял итеүселәр бер минутын да бушҡа үткәрмәй, биш тапҡыр туҡланыу ойошторолған. Лагерь етәкселеге әйтеүенсә, «Йондоҙсоҡ»та бер тапҡыр ял иткәндәр ҡабаттан әйләнеп килә, 18 йәше тулғас вожатый булып эшкә урынлашҡандар ҙа осрай. Әле вожатый булып эшләгән Данис Шафиҡов элек ошо лагерҙа ял иткән уҡыусыларҙың береһе.



