Йәштәр көнө уңайынан Рәсәйҙең барлыҡ тәбәктәрендә, шул иҫәптән Башҡортостанда байрам саралары үтә. Өфөнөң Ағиҙел йылғаһы яры буйында ойошторолған сағыу ваҡиға ун меңдән ашыу егет-ҡыҙҙы берләштереп, берҙәмлек һәм илһөйәрлек тантанаһына әүерелде. Быйыл төбәктең йәштәр сәйәсәте тармағы 35 йыллығын да ҡаршылай. Тап 1991 йылда республикала ил кимәлендә тәүгеләрҙән булып йәштәр сәйәсәте тураһында төбәк законы ҡабул ителеп, властың профилле органы ойошторолған. БЮТ хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина дауам итә.
Көндөҙгө сәғәттәрҙән үк Ағиҙел йылғаһы яр буйы йәшлек дәрте менән тулды. Шатлыҡлы тауыштар, уйын-көлкө, күңел асыуҙар-был байрам ғына түгел, тотош ил өсөн көтөп алынған мөһим ваҡиғаларҙың береһе. Быйылғы сара һәләтле, көслө, башҡарған эштәре менән меңдәргә өлгө булған замандаштарыбыҙҙы ҡеүәтләүгә ҡоролдо.
Рәсәй хыялы, ғорурлығы һәм берҙәмлеге-фестиваль концепцияһы өс төп йүнәлеште берләштерҙе. Мәғариф, фән, технологиялар һәм һөнәри үҫешкә бәйле майҙансыҡта йәштәр аныҡ эштәргә йәлеп ителде, проекттарға заявкалар тапшырҙы, шулай уҡ мәғариф программалары менән танышты. Студенттар отрядына ла яҙылыу мөмкинлеге булды.
Автотауыш буйынса ярыштар, махсус техника күргәҙмәһе, илһөйәрлек зонаһы-сара сиктәрендә күп төрлө интерактив майҙансыҡтар ойошторолған. Спорт ярыштары менән интеллектуаль уйындарға ҡушылырға, ҡул эштәре, бейеү һәм ымлап һөйләшеү буйынса оҫталыҡ дәрестәрендә ҡатнашырға мөмкин.
«Беренселәр хәрәкәте», «Еңеү ирекмәндәре» лә ҡунаҡтарға үҙ программаһын тәҡдим итте. Шулай уҡ егет-ҡыҙҙар сентябрҙә Екатеринбург ҡалаһында үтәсәк Халыҡ-ара йәштәр фестивалендә ҡатнашыуға саҡырыу ҙа алды.
Республикала 14 йәштән 35 йәшкә тиклемге 1 млн 57 мең кеше йәшәй. Йәштәр иҫәбе буйынса Башҡортостан Волга буйы федераль округында беренсе, ә Рәсәй төбәктәре араһында етенсе урында. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров йәштәр сәйәсәтен билдәләгән берҙәм һәм көслө команда менән даими осрашыуҙар уҙғара. Былтыр был йүнәлеште үҫтереү маҡсатында айырым министрлыҡ та ойошторолғайны.
Гөлназ Хәйбуллина



