Иртә менән халыҡ Һаҡмар йылғаһы буйына йыйылды. Саф шишмә һыуынан самауыр сәйе ҡайнатылды, ҡаҙанда бутҡа беште. Унда аҡһаҡалдар, ағинәйҙәр, ауыл биләмәһе башлығы Айнур Юнысов, Йәнтеш ауылы мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре, "Изгелек" ирекмәндәр төркөмө һәм кескәйҙәр ҡатнашты. Ауыл аҡһаҡалы, хажи Юныс Иштанов илгә именлек, ергә бәрәкәт теләп доға бағышланы. Сараға "Һаҡмар" шифаханаһында ял иткән балалар йорто тәрбиәләнеүселәре лә саҡырылды. Урындағы халыҡ йылға, шишмә буйҙарын тәртиптә тотоу, ауылды төҙөкләндереү буйынса фекер алышты, ҡыҙ һәм малйҙар милли уйындарҙа көс һынашты. Ағинәйҙәрҙең изге теләктәре, тере һыуға арналған мөнәжәттәре байрам биҙәге булды. Хәбәрсебеҙ Динара Сафина яҙмаһы
Хәйбулла районында "Тере һыу" конкурсы дауам итә. Ауыл халҡы шишмә, күл, йылғаларын тәртипкә килтерә, ярҙы сүп-сарҙан таҙарта. Экологик сара Ҙур һәм татыу ғаилә, Рәсәй халыҡтары берҙәмлеге йылына арнала. Һөҙөмтәләр июль башында билдәле була. Еңесеүселәргә аҡсалата сертификаттар тапшырыла.Тере һыу -кешелеккә, мәңгелеккә йәшәү бирә.Йылға-күлдәребеҙҙе таҙа тотоу һәр кемдең изге бурысы.




