Райондан оҙатылған гуманитар ылау тәғәйен урынға барып еткән. Яугирҙар өсөн кәрәк-яраҡтарҙы халыҡ һәм ирекмәндәр туплаған. “Башҡортостан” мотоуҡсылар полкына окоп шәмдәре, маскировка селтәрҙәре, дрондан һаҡланыу япмалары һәм аҙыҡ-түлек тапшырҙыҡ. Шулай уҡ яҡташтарыбыҙға мотоцикл килтерҙек”, - ти Ейәнсура район хакимиәте башлығы урынбаҫары Рәмил Мырҙабулатов.
Һуңғы осорҙа дошман фронтҡа илткән юлдарға һөжүм итә, логистиканы юҡҡа сығарырға маташа. Ирекмәндәргә махсус хәрби операция биләмәһенә үтеү хәүефле. “Хәрбиҙәрҙе хәстәрләгән яҡташтарыбыҙға ҙур рәхмәт”, - ти “Шатл” ҡушаматлы яугир.



